Яҙ. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Яҙ

Яҙ



Күс айыра микән, аҡ болоттар
Муйылдарға килеп һарыған,
Тирә-яҡҡа һулап туялмаҫлыҡ
Кәрәҙле бал еҫе таралған.

Ҡолаҡ һалып ҡына торсо бер аҙ:
Еркәйемдә ниндәй тантана!
Яҙғы күктән дә бит ямғыр түгел,
Май ләйсәне булып моң тама.

Нәҡ себештәр инде бәпембәләр,
Ә себештәр - сәскә торғаны,
Түшәп кенә ҡуйҙы Яҙ-кәләшкәй
Яландарға ебәк юрғанын.

Көҙҙән ҡалған алтын келәм ҡайҙа?
Һеңеп кенә бара тупраҡҡа -
Һәр аяһы кескәй шәлкем итеп
Йәш үләнде сөйгән үр яҡҡа.


'Тәүге шиғырҙарымдан